Викидәреслек
bawikibooks
https://ba.wikibooks.org/wiki/%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D0%B4%D3%99%D1%80%D0%B5%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BA:%D0%91%D0%B0%D1%88_%D0%B1%D0%B8%D1%82
MediaWiki 1.47.0-wmf.4
first-letter
Медиа
Махсус
Фекерләшеү
Ҡатнашыусы
Ҡатнашыусы менән һөйләшеү
Викидәреслек
Викидәреслек буйынса фекерләшеү
Файл
Файл буйынса фекерләшеү
MediaWiki
MediaWiki буйынса фекерләшеү
Ҡалып
Ҡалып буйынса фекерләшеү
Белешмә
Белешмә буйынса фекерләшеү
Категория
Категория буйынса фекерләшеү
TimedText
TimedText talk
Модуль
Модуль буйынса фекерләшеү
Event
Event talk
Илау (йомаҡ)
0
2907
25233
19069
2026-06-02T08:32:56Z
Quinlan83
1076
Fix
25233
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Sépulcre Arc-en-Barrois 111008 12.jpg|thumb|right]]
# Йомағым йомаҡ,
Ҡара ла борсаҡ.
#Түңәрәк күлем таша.
#Түңәрәк күлгә һыу тулған -
Көйәнтәләп алығыҙ.
#Бәләкәс кенә ҡойо,
Тамсылап сыға һыуы.
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]
pu1uv2228t35sx0tv5ndf9v0nmwmfqo
Йәшел һуған менән йомортҡанан пирожки
0
3024
25234
25046
2026-06-02T08:33:32Z
Quinlan83
1076
Fix
25234
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Зеленый лук.JPG|thumb|right]]
[[Файл:Boiled Egg - Crossection.jpg|thumb|right]]
[[Файл:Essen russische Speisen 02 (RaBoe).jpg|thumb|right]]
'''Йәшел һуған менән йомортҡанан пирожки'''
== Составы ==
* Он
* Кефир 0,5-1 л
* 5-10 йомортҡа
* Йәшел һуған
* [[Аҡ май|Аҡ май]]
* Үҫемлек майы
* Тоҙ
* Сода
== Пирожки өсөн эслек ==
Йомортҡа бөтәүләй бешереп алына. Һыуынғас, тышын әрсеп, ваҡлап турайҙар.
Йәшел һуғанды эре итеп турап, аҡ майҙа йәки үҫемлек майында бер аҙ ҡыҙҙырып алалар. Йомортҡа менән һуғанды (1:1) ҡушып, тоҙ менән тәмләйҙәр.
== Ҡамыр әҙерләү ==
0,5−1 л тирәһе кефирға самалап он, тоҙ, сода ҡушып, сөсө ҡамыр баҫалар.
Ярты сәғәт тирәһе полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып торһаң, ҡамырҙың сифаты яҡшыраҡ була. Шуға ла уны эслектән алдараҡ баҫып ҡуйырға кәрәк. Эслек микдарын ҡамырға ҡарап самалайҙар.
Пирожки ҙурлығына ҡарап, ҡамырҙан йомарлаҡтар эшләп алалар. Унан йәймә итеп йәйеп, уртаһына эслек һалып ситтәрен бөрәләр. Ҡайнап торған үҫемлек майында ике яғын да бешереп алалар.
== Туҡлыҡлы аҙыҡ та, дауа ла ==
'''Һуғандың''' бөтә төрҙәре лә көслө дауа. Йәшел япраҡтары ла, һуғанбашы ла эфир майҙарына, сапонин, инулин, фитин, азот берләшмәләренә бай.
Бынан тыш составында каротин, витамины В1, С, РР витаминдары, флавоноидтар бар.
Грипп, туберкулез, шеш, эренле яралар, сиҡан кеүек сирҙәрҙән дауалай. Баш мейеһе атеросклерозын, тиреләге бәшмәк ауырыуҙарын, диабетты, тын юлдары сирҙәрен дауалау өсөн дә файҙаланалар.
Аш һеңдереү системаһының эшмәкәрлеген көйләй. Фитонцидтары эс китеү, трихомонадлы кольпитты баҫа. Бешкән һуған шеш процестарын дауалай.
'''Йомортҡа''' — аҡһым сығанағы. Һарыһында А, Д, B12 витаминдары бар.
Липидтар төркөмөнән булған, организм өсөн бик әһәмиәтле лютеин һәм лецитин тигән матдәләр менән тәьмин итә.
B12 витамины ҡан яһалыу факторы. Тағы ла майҙарҙың тарҡалыу процесын көйләүҙә ҡатнаша.
Йомортҡа — организм тарафынан тулыһынса тиерлек эшкәртелә (97-98 %) торған берҙән-бер аҙыҡ.
[[Category:Он]]
[[Category:Тоҙ]]
[[Category:Аш содаһы]]
[[Category:Аҡ май]]
[[Category:Башҡорт аштары]]
[[Category:Ҡамыр аштары]]
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
fgvel3gn1cttxwghpivc42z4bh64bkm
Тышы менән бешерелгән картуф
0
3377
25238
22616
2026-06-02T08:36:13Z
Quinlan83
1076
Fix
25238
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Көлдә бешкән картуф.jpg|150px|right|Бөрйән районының Байназар ауылында йәшәүсе Ҡотлобаева Көнһылыуҙың эше]]
'''''Беренсе ысул''''' — '''көлдә бешерелгән картуф'''
== Әҙерләү ысулы ==
Тәүҙә көслө итеп ут яғалар. Ут күмерләнеп көлгә әйләнгәс, эсенә сей картуфтарҙы күмеп ҡуяһың. 45-60 минут эсендә (ҙурлығына ҡарай) картуфтар бешеп сыға. Быны, ғәҙәттә, походта, өмә менән ҡырҙа эш ойошторғанда бешерәләр. Ашар алдынан йәбешкән көлөн ҡоро сепрәк йәки щетка менән һөртөп төшөрәләр. Бындай картуфты тышы менән дә ашап була. Тоҙға төртөп, [[Һары май|һары май]], ҡаймаҡ, үҫемлек майы йәки һөт ҡушып ашайҙар. Сей йәки майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушып ашарға ла мөмкин.
'''''Икенсе ысул''''' — '''мейескә тәгәрәтелгән картуф'''
== Әҙерләү ысулы ==
Икмәк бешергәндә, мейес эсенә ҡырыйлатып картуф һалып сығалар. Хәҙерге ваҡытта духовкала ла бешерәләр. Был ике ысул да картуфтың бөтә туҡлыҡлы матдәләрен дә һаҡлай. 1 сәғәт эсендә бешеп сыға. Тоҙға төртөп, [[Һары май|һары май]], ҡаймаҡ, үҫемлек майы йәки һөт ҡушып ашайҙар. Сей йәки майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушып ашарға ла мөмкин.
'''''Өсөнсө ысул''''' — '''һыу эсендә тышы менән бешерелгән картуф'''
== Әҙерләү ысулы ==
[[Файл:Һыуҙа бешкән картуф.jpg|120px|right]]
Самалап һыуҙы тоҙларға. Был осраҡта картуф 20 минут тирәһендә бешеп сыға, тик туҡлыҡлы матдәләренең бер өлөшө һыуға сыға. Ҡабығы менән бешергән картуфтың һыуы дауалау көсөнә эйә. Картуф һыуы менән бауырҙы һәм бөйөрҙө таштан таҙартып була. [[Һары май|һары май]], ҡаймаҡ, үҫемлек майы йәки һөт ҡушып ашайҙар. Сей йәки майҙа ҡыҙҙырылған һуған ҡушып ашарға ла мөмкин.
Мейестә бөтәүләй бешкән картуфтың структураһы үҙгәрә, уны хатта үт ҡыуығын алдырғандан һуң да ашарға рөхсәт ителә.
[[Category:Башҡортса]]
[[Category:Һөт]]
[[Category:Һары май]]
[[Category:Тоҙ]]
[[Category:Башҡорт милли ашы]]
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
[[Category:Йәшелсә аштары]]
q358gzmh29nooo0wfsxklol90y5lnec
Тәрәс балыҡ бауырына дөгө ҡушылған турама
0
3395
25236
16350
2026-06-02T08:35:05Z
Quinlan83
1076
Fix
25236
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Russian Cod liver in an opened can.jpg|thumb]]
== Ингредиенттар ==
* 1 банка тәрәс балығы (треска) бауыры
* 150 грамм бешкән дөгө
* 2 йомортҡа
* 2 яңы өлгөргән ҡыяр
* йәшел һуған
* майонез. Майонезды ҡаймаҡ менән алмаштырһаң, турама аҙыраҡ калориялы һәм еңелерәк була.
== Әҙерләү ысулы ==
Тәүҙә йомортҡа әҙерләйбеҙ. Йомортҡаны туғыйбыҙ, шунан ҡыҙҙырылған майлы табаға һалабыҙ һәм омлет ҡурабыҙ.
«Омлет» һыуынғансы, тәрәс балыҡ бауырының артыҡ майын түгәбеҙ һәм бауырҙы сәнске менән иҙгеләйбеҙ.
Ҡыярҙы нәҙек «һалам» формаһында киҫәбеҙ, йәшел һуғанды ваҡ ҡына итеп шинкалайбыҙ.
Һыуынған омлетты ла оҙонсаҡай итеп киҫәбеҙ.
Артабан салаттың бөтөн компоненттарын (дөгөнө лә) бергә бутайбыҙ, самалап тоҙ, борос өҫтәйбеҙ, майонез (ҡаймаҡ) ҡушабыҙ.
Бындай салатты ҡабымлыҡ (закуска) итеп тә әҙерләргә була һәм ике яғы ла ҡыҙҙырылған икмәк телемдәрендә йә яңы өлгөргән ҡыяр киҫәгенә һалып бирәбеҙ.
[[Категория:Алфавит буйынса рецептар]]
p6bm9p4xsrs0ezrjt6mptujd5g64h12
Умарта (йомаҡтар)
0
3418
25232
12513
2026-06-02T08:32:41Z
Quinlan83
1076
Fix
25232
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Moderné včelárenie.jpg|thumb|]]
# Кескенә келәт,
Эсе тулы кеше,
Береһенең дә юҡ теше.
# Өс бағана ҡатҡан,
Башын ҡыя япҡан.
# Тартмаһына тары сәскән,
Татлыһына ҡыуанған.
# Бер ояла йөҙ бүлек өй.
[[Category:!Main category]]
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]
dlr0r60s0k608hso57luc40fkk4yt92
Ҡаймаҡ (йомаҡтар)
0
3545
25231
24775
2026-06-02T08:32:17Z
Quinlan83
1076
Fix
25231
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Һөт айыртҡыс.jpg|thumb]]
# Аҡ балаҫ өҫтөнә аҡ мендәр йәйелде.
# Айҙы болот ҡаплаған,
Ҡуян балта һаплаған.
# Айҙы болот ҡаплаған,
Верхуш балта һаплаған.
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]
4adh2ueqok8dyadat4ykbwa6dy05ik5
Ҡар иреүе (йомаҡтар)
0
3561
25230
18853
2026-06-02T08:31:59Z
Quinlan83
1076
Fix
25230
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:EU-EE-Tallinn-Pirita-Maarjamäe-Sarapuu bus stop.JPG|thumb]]
# Элек үҙе һыуҙан тыуҙы,
Хәҙер үҙе һыу тыуҙыра.
# Ятҡан ятҡан да һыу булып ҡасҡан.
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]
loupvrlj02lsihmng67y0c5v68pvjtc
Ҡар менән ҡара ер (йомаҡтар)
0
3562
25235
24831
2026-06-02T08:34:45Z
Quinlan83
1076

25235
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Larbatach1.jpg|thumb]]
# Аҡ һыйыр: «Торайыҡ», — ти,
Ҡара һыйыр: «Ятайыҡ», — ти.
# Аҡ һыйырым тороп китте,
Ҡара һыйырым ятып ҡалды.
# Аҡ айыу тороп китер,
Ҡара айыу ятып ҡалыр.
# Ҡара һыйырым ятып ҡалды,
Аҡ кейеҙем ябып алды.
[[Category:Алфавит буйынса йомаҡтар]]
17zg2ahi35puln4r50i1i3ja3yyj34w
Ҡыҫыр туҡмас
0
3670
25237
19881
2026-06-02T08:35:25Z
Quinlan83
1076
Fix
25237
wikitext
text/x-wiki
[[Файл:Туралған һалма.jpg|thumb|left]]
'''Ҡыҫыр туҡмас''', йәғни итһеҙ туҡмас. Туҡлыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта диетик аш. Башҡорттар элек-электән күберәк яҙ, йәй айҙарында бешереп ашағандар.
== Алырға ==
* бер ҡуш ус он
* ике йомортҡа
* бер ҡалаҡ һөт
* бер сынаяҡ йылымыс һыу
* ирегән [[Һары май|һары май]], ҡорот
== Әҙерләү ==
Тәүҙә онға бер йомортҡа һытып, йылымыс һыу менән ҡамыр баҫып алабыҙ. Йәйеп киптереп туҡмас ҡырҡабыҙ. Өс литрҙан ашыуыраҡ һыу алып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, бер аш ҡалағындай ирегән һары май, кәрәгенсә тоҙ һалып ебәрәбеҙ ҙә артынса туҡмасты төшөрәбеҙ. Бер йомортҡаны бер ҡалаҡ һөткә һытып, ныҡ итеп туҡып алабыҙ. Туҡмас бешер алдынан, ашты болғай-болғай, был шыйыҡсаны яйлап ҡына ҡоябыҙ. Йомортҡа тиҙ генә бешә. Ашты ҡоротлап, өҫтәп һары май һалып ашарға кәрәк. Ҡорот урынына ҡатыҡ туҡып та һалалар. Һыуған мотлаҡ түгел, әгәр ҙә яратһағыҙ, йәшел һыуған турарға мөмкин.
[[Category:Алфавит буйынса рецептар]]
ostp1efccw4qvo0yi0tuq3en1sap05r